top of page

ДӘРЕС ӨЛГӨЛӘРЕ

Туған телем - ер-һыуымдың һыны,
Яҡты донъям, һауам, һулышым.
Сал быуаттар, йөҙәр быуын аша
Тыумышымдан килгән булмышым. Назар Нәжми
​Бөйөк әҙип Аҡмулла
Дәрес – сәйәхәт аша башҡорт халҡының бөйөк улдарының береһе Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы, ижады менән танышыу, әҙәбиәт тарихында тотҡан урынын билдәләү; әҙәби процесҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу, әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү; арҙаҡлы шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләү.
Мостай Кәрим иҫтәлегенә арналған кисә сценарийы

 

Милләтемдең рухи йондоҙо.

Маҡсат:

  1. Уҡыусыларҙы Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу.

  2. Ошо датаға арнап үткәрелгән сараларға йомғаҡ яһау, еңеүсе уҡыусыларҙы бүләкләү.

  3. Башҡорт халҡының арҙаҡлы ул һәм ҡыҙҙары ижадына, телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, ихтирам тәрбиәләү.

Талха Ғиниәтуллиндың «Әсә һәм бала» әҫәре буйынса дәрес- уйланыу

 

Яҡташ яҙыусы – Талха Ғиниәтуллин ижадына байҡау яһау, уҡылған әҫәр буйынса һығымталар яһау, йомғаҡлау;  әҫәрҙе тормош менән бәйләргә өйрәнеү, телмәр үҫтереү; көнүҙәк проблеманы яҡтыртҡан әҫәр нигеҙендә намыҫ төшөнсәһе тураһында фекер алышыу, әхлаҡ тәрбиәһе биреү.

«Кейеҙ баҫыу» фольклор байрамы

 

Ҡатнашалар:

Өләсәй- Мирзина Алина

Килен- Фәйзуллина Ләйсән

Күрше- Эльвина

Балалар- Наҙгөл, Алина, Анелия, Айгиз, Артур, Искәндәр.

bottom of page